Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь , 10:55

МФЦ ер биләмәләрен ҡуртымға алыу һорауҙары буйынса тура эфир уҙғарасаҡ

Бөгөн төштән һуң сәғәт 5-се яртыла БР Күп функциялы үҙәге «Бәйләнештә» селтәрендәге рәсми сәхифәһендә "Башҡортостан Республикаһы милкендә булған һәм дәүләт милекселеге сикләнмәгән ер биләмәләрен һатыуҙарһыҙ ҡуртымға биреү" темаһына тура эфир уҙғарасаҡ.

МФЦ ер биләмәләрен ҡуртымға алыу һорауҙары буйынса тура эфир уҙғарасаҡ
МФЦ ер биләмәләрен ҡуртымға алыу һорауҙары буйынса тура эфир уҙғарасаҡ

 МФЦ белгесе унда Күп функциялы үҙәктең офистарында БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы күрһәткән хеҙмәттәр һәм быға ниндәй документтар кәрәк буласағы тураһында һөйләйәсәк.

«Тура эфир ер биләмәләрен биреү һәм уларҙы ҡуртымға тапшырыу буйынса күп яңғыраған һорауҙарға яуап биреү өсөн уҙғарыла», - тине бының хаҡта Башҡортостан Республикаһы МФЦ-һы директоры Наталья Куприянова.

Эфир физик һәм юридик шәхестәргә ҡыҙыҡлы буласаҡ тиелә.

Тулыраҡ мәғлүмәт кәрәкһә, бәйләнеш үҙәге телефонына шылтыратығыҙ: +7 (347) 246-55-33, +7 (927) 3333-100.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в