Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2022, 09:54

Мәскәүҙә башҡорт халыҡ әкиәттәре йыйынтығы баҫылып сыҡҡан

Илебеҙҙең баш ҡалаһында "Балалар һәм үҫмерҙәр китабы" нәшриәтендә "Серле өйрәк" китабы донъя күргән.

Мәскәүҙә башҡорт халыҡ әкиәттәре йыйынтығы баҫылып сыҡҡан
Мәскәүҙә башҡорт халыҡ әкиәттәре йыйынтығы баҫылып сыҡҡан

"Хоровод сказок" серияһында төрлө йылда коми-пермяк, тыва, татар, яҡут әкиәттәре лә баҫылған булған.

Башҡорт әкиәттәре китабын төҙөүселәр - крайҙы өйрәнеүсе, педагог Рәйҙә Әхмәтрәхимова һәм филология фәндәре кандидаты, фольклорсы Олеся Әхмәтрәхимова. Рәссамы - Яна Пчелкина.

Китапты нәшриәт сайтында заказ биреп алырға мөмкин, тип хәбәр итәләр БР Мәҙәниәт министрлығынан (сайт:https://book-team.ru/wolshebnaia-utka-bashkirskie-skazki_s414.html)

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: