Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2022, 21:00

Кисер мине, Хоҙай!

Кисер мине, Хоҙай, доғаларҙы Белмәһәм дә һиңә өндәшәм: "Ярҙамыңа мохтажмын мин, Тәңрем!" Һинең менән көн дә һөйләшәм.   Эй Хоҙайым, кеше көнлө итмә, Дусар итмә йотом һыуҙарға, Аңым аҡылынан айыра күрмә, Юл ҡуйма һин ҡара уйҙарға.   Бала ҡайғылары бирмә бер үк, Хәләл ризыҡтарҙан айырма. Ике балам — пар ҡанатым минең, Ҡанатҡайҙарымды ҡайырма.   Ғумер бирһәң, артыҡ күп кәрәкмәй, Балам ғүмерҙәрен уҙырлыҡ, Байлыҡты ла бирмә нәфселәнеп, Бәйелемдән аҙып туҙырлыҡ.   Ил-йортома именлек бир, Аллам, Ғаиләләр булһын иманлы. Доғаларым һиңә барып етһен, Хаким итһен ерҙә тыныслыҡ. Гөлиә Азаматова-Мукминова.

Кисер мине, Хоҙай!
Кисер мине, Хоҙай!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: