+15 °С
Болотло
Өфөлә Астра-спорт кубогы чемпионатында ҡатнашыусы һәүәҫкәрҙәр матчында "Мечта" һәм Яза үтәү буйынса федераль хеҙмәт идаралығы (УФСИН) командалары уйынсылары һуғышып киткән.
«Честно говоря» телепрограммаһының социаль селтәрҙәге төркөмөндә яҙыуҙарынса, ғауға икенсе периодта ҡупҡан. "Мечта" һаҡсыһы уйынды махсус тотҡарлаған, имеш. Һөҙөмтәлә, һуғыша башлағандар. Арыу ғына штраф минуттары ла алғандар.
Матчта УФСИН командаһы 6:1 иҫәбе менән еңгән.
Фото: видеонан скриншот.