Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2022, 09:32

Баш ҡалала ҡыҙыҡлы проект башланды

Өфөнөң "Ҡала үҫеше буйынса ижтимағи фонды" активистарҙы, берләшмәләр лидерҙарын, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәрен яңы проектта ҡатнашырға саҡыра.

Баш ҡалала ҡыҙыҡлы проект башланды
Баш ҡалала ҡыҙыҡлы проект башланды

«Действуем вместе» тип аталған проект уңышлы үҫешкә, битараф булмаған ҡала халҡының башланғыстарын ғәмәлгә ашырыуға, йәмәғәтселекте урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырыуға йүнәлтелә.

Ошо атамалағы конкурс ойошторолоп, иң яҡшы ун проект һайлап алынасаҡ. Уларҙы ғәмәлгә ашырыуға 20-шәр мең һум аҡса бирелә. Иң яҡшы практикаларҙы туплаған онлайн-йыйынтыҡ сығарыласаҡ.

Белешмә өсөн фондтың телефонына шылтырата алаһығыҙ: 8 (347) 277-15-40. Был турала ҡала хакимиәте сайтында хәбәр итәләр.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: