Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2022, 21:28

Балаларҙың мәктәпкә юлы хәүефһеҙме?

Бөгөн БР Йәмәғәт палатаһында «Баланың мәктәпкә юлы ни тиклем хәүефһеҙ?» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» үтте.

Балаларҙың мәктәпкә юлы хәүефһеҙме?
Балаларҙың мәктәпкә юлы хәүефһеҙме?

Унда БР Бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Ольга Панчихина, БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы рәйесе Рөстәм Баязитов, БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының йорт янындағы биәләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса бүлек начальнигы Арыҫланбәк Хәйҙәров, БР Мәғариф һәм фән министрлығының өҫтәмә белем һәм тәрбиә биреү бүлеге етәксеһе Лира Хәбибуллина, ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса айырым ҡарарҙар буйынса бүлек начальнигы, полиция майоры Линар Зиннуров һәм башҡа яуаплы ойошма вәкилдәре ҡатнашты. БР Йәмәғәт палатаһы үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ата-әсәләрҙең 40 баланың мәктәпкә юлы хәүефһеҙ тип иҫәпләй. Ә 36,8 проценты, хәүефһеҙ түгел, тип билдәләй, 22,7 процентының фекеренсә, өлөшләтә хәүефле. Әлбиттә, һәр ата-әсә балаһы өсөн борсола һәм мәктәпкә барғанда һәм ҡайтҡанда һағалаған хәүефтәрҙән араларға тырыша. Ә юлда уҡыусыларға ниндәй хәүеф янауы ихтимәл һуң?! Иң беренсе сиратта, күп белем усаҡтарының автомобиль юлына яҡын урынлашыуы сәбәпле, машинанан тапалыу хәүефе ҙур. Был осраҡта йәйәүлеләр өсөн айырым юлдың булмауы бигерәк ҡурҡыныс. Ошоға бәйле ата-әсәләр өҫтәмә рәүештә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларын, атап әйткәндә, тиҙлекте кәметеүҙе талап итеүсе юл билдәләрен, светофор, видеокамералар ҡуйыуҙы талап итә. Бынан тыш, уҡыусылар йөрөгән юлдың яҡтыртылмауы, ҡайһы бер ауыл-ҡалаларҙа юлдың төҙөкләндерелмәүе, балаларҙың соҡор-саҡырлы, батҡаҡлы юлдан мәктәпкә йөрөргә мәжбүр булыуы ла борсоуға һала. Әлеге көндә республикала 400 меңдән ашыу уҡыусыны мәктәпкә автобус йөрөтә. Әммә был мәсьәләлә лә хәл итәһе проблемалар етерлек. Берәҙәк эттәр ҙә үҫмерҙәр өсөн хәүеф сығанағы булып тора. Һөйләшеүҙә ошондай бик көнүҙәк һәм тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр күтәрелде. Улар һүҙҙә генә ҡалмаһын өсөн, эшсе төркөм булдырып, тәҡдимдәрҙе тейешле органдарға еткерергә ҡарар ителде.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: