– Быйыл юл фондының дөйөм күләме Башҡортостанда рекордлы - ул 35 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа тиерлек артҡан. Быйыл беҙ ремонттан һуң мең саҡрым самаһы һәм реконструкциянан һуң 60 саҡрым самаһы юлды файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Һуңғы йылдарҙа төбәктә юл инфраструктураһын яҡшырттыҡ, транспорт реформаһын ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәбеҙ. Хәүефһеҙлек мәсьәләһе беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булып тора, – тине Андрей Назаров.
Ошондай күләмле инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу Федераль үҙәк ярҙамында бойомға ашырыла, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.