Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 14:30

Юл фажиғәләре - 14 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 13 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы асыҡланған, 26 иҫерек водитель тотолған (өсәүһе эскән килеш икенсегә тотола).

Юл фажиғәләре - 14 ноябрь
Юл фажиғәләре - 14 ноябрь

Төн уртаһында Баймаҡ районында, Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 130-сы саҡрымында, Йылайыр районынан 28 йәшлек ир "ВАЗ-2107" машинаһында юлдан осҡан. Йәрәхәтләнгән водителде Сибай дауаханаһының травматология бүлегенә оҙатҡандар. Тикшереү уның организмында тын алғанда сыҡҡан бер литр һауаға 0.332 мг алкоголь булыуын күрһәткән.

Билдәле булыуынса, ул водитель таныҡлығы алмаған, етмәһә быға тиклем иҫерек килеш автомобиль менән идара иткәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Әле ҡабаттан хоҡуҡ боҙғаны өсөн уға ҡарата енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 14 ноябрь
Юл фажиғәләре - 14 ноябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: