Урам автобусына инәһең дә, юл хаҡын нисек һәм кемгә түләү менән ҡыҙыҡһына башлайһың. Ғәҙәттә, “Башавтотранс”та кондуктор була, тик һуңғы ваҡытта улары күҙгә күренеп һирәгәйҙе. Шәхси автобустарҙа водителгә түләп төшәһең. “Башавтотранс”та түләүҙең ике генә варианты бар: “Алға” менән – 28, банк картаһы, ҡулаҡса – 33 һум. Шәхси ташыусыларҙың күбеһендә “йәнең теләгәнсә” түләргә мөмкин: 1. Онлайн (банк картаһынан водителдең йә башҡаһының картаһына күсереү). 2. Ҡулаҡса. 3. Терминал аша банк картаһы. 4. “Алға”.
Һуңғы вариант йә була ла йә юҡ. Булһа ла иң ҡыйбаты – “Алға” менән түләү хаҡы. Фотола 249-сы маршрут хаҡтары.
Беҙҙең етәкселәр “Алға”ны таратыу өсөн тырыша, ә шәхси пассажир ташыусылар? Унан килеп, ниңә беҙҙә юл хаҡтары шулай төрлө-төрлө. Бер хаҡ ҡуйып булмаймы? Мәҫәлән, барыһында ла, бар вариант менән дә – 30 һум. Йәғни, кешегә уңайлы булһын өсөн.
Фото: Автор фотоһы.