Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 13:57

Туғыҙ кешене үлтереүсе үҙ ғәйебен таныған

Бөгөн Татарстандың Юғары суды залында Ҡазандың 175-се гимназияһына һөжүм итеүсегә ҡарата енәйәт эшен тикшереү булды.

Туғыҙ кешене үлтереүсе үҙ ғәйебен таныған
Туғыҙ кешене үлтереүсе үҙ ғәйебен таныған

Илназ Ғәләүиев үҙенең ни ҡылыуын асыҡ белеүен һөйләгән. Ул шулай тип белдергән дә: "Ғәйебемде тулыһынса таныйым".

2021 йылдың 11 майында булғайны ул фажиғә. Ғәләүиев мәктәпкә ҡорал һәм шартлатҡыс менән инеп, ҡан ҡойош ойошторған. Һөҙөмтәлә туғыҙ кеше үлгән, йәрәхәтләнеүселәр күп булған. Дәүләт ғәйепләүсеһе Н. Уразбаев белдереүенсә, был енәйәттә 667 кеше зарар күреүсе иҫәпләнә, 143 кешенең һаулығына ауыр зыян килгән, шул иҫәптән 135 балаға.
Фото: ТАСС.
 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: