-7 °С
Болотло
"Ағиҙел" ҡатын-ҡыҙҙар хоккей клубы табибы Рушан Хәкимов Красноярскиға осҡанда ауырып киткән пассажирға беренсе ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнашҡан. Был турала хоккей клубының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
"Беҙҙең доктор Рушан Марат улы экипаж менән бергә үҙен ҡапыл ғына насар тойған пассажирға тәүге ярҙамды күрһәтте. Ваҡытлы һәм дөрөҫ ярҙам алған ир Красноярскиға һәйбәт кенә килеп етте", - тигән матбуғат хеҙмәте.
Табип ҡайҙа ла табип булып ҡала. Рәхмәт уға!
Фото: vk.com (ЖХК "Агидель")