Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 14:50

Республиканың шәкәр заводтары 620 мең тоннанан ашыу татлы тамырҙы эшкәрткән

Башҡортостандың ике шәкәр заводында яңы уңыш сөгөлдөрөн эшкәртеү дауам итә. Был хаҡта Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республиканың шәкәр заводтары 620 мең тоннанан ашыу татлы тамырҙы эшкәрткән
Республиканың шәкәр заводтары 620 мең тоннанан ашыу татлы тамырҙы эшкәрткән

14 ноябргә «Раевсахар» компанияһында һәм Шишмә шәкәр заводында 627 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәртелгән. Һөҙөмтәлә республикала 96,7 мең тонна шәкәр етештерелгән, шул иҫәптән «Раевсахар»ҙа - -50,3 мең тонна, Шишмә шәкәр заводында – 46,2 мең тонна. 14 ноябргә республикала шәкәр сөгөлдөрөнән тулайым йыйым гектарынан 309,1 центнер тәшкил иткән. Бөтәһе  1 миллион 361 мең тонна уңыш йыйып алынған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: