Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь , 15:30

Ҡотҡарыусылар Өфөләге фатирҙа бер метрлыҡ йыланды тотҡан

14 ноябрҙә ҡотҡарыусылар Өфөләге фатирҙа бер метрлыҡ йыланды тотҡан, тип хәбәр итә ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Ҡотҡарыусылар Өфөләге фатирҙа бер метрлыҡ йыланды тотҡан
Ҡотҡарыусылар Өфөләге фатирҙа бер метрлыҡ йыланды тотҡан

Кисен Злобин урамындағы йорттоң бер фатирында йәшәүселәрҙең йоҡо бүлмәһендәге тәҙрә төбөндә йылан табыуы тураһында мәғлүмәт килә. Унда ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Алынған хәбәр раҫлана: бүлмәләрҙең береһендә улар ысынлап та оҙонлоғо 1 метрға яҡын йыланды тапҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре уны махсус ҡыҫҡартҡыстар менән тотҡан.

 

Хәҙер йылан отряд бүлексәһендә. Белгестәр фекеренсә, ул Амур йыланы, ағыулы түгел һәм кешегә ҡурҡыныс тыуҙырмай. Уны хужаһы табылғансы тотоу өсөн ирекмәндәргә тапшырасаҡтар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в