Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 17:00

“Мы – шаймуратовцы-батыры” йыры менән таныш булайыҡ!

Бөгөн “Йәшлек” редакцияһына ҡунаҡҡа танылған әҙибә Рәшиҙә Бик (Бикмәтова) килде. Ул бик шәп күстәнәс - “Мы – шаймуратовцы-батыры” йырын алып килгән ине.

“Мы – шаймуратовцы-батыры” йыры менән таныш булайыҡ!
“Мы – шаймуратовцы-батыры” йыры менән таныш булайыҡ!

- Өфөнөң Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа арнап һәйкәл асылыуға арнап йыр яҙырға булдым. Тик был датаға өлгөртөп булманы – композицияның тәүге варианты лирик яңғырағас үҙгәртергә тура килде. Икенсеһе иһә хәрбиҙәрсә етеҙ, гимн һымаҡ булды. Йырҙы балалар хоры башҡара, солистары – Светлана Аликаева менән Александр Блаженов (һуңғыһы йырға көйҙө яҙҙы, аранжировка ла яһаны).

Композиция шәп килеп сыҡты тип уйлайым. Ул бар Башҡортостанға һәм Рәсәйгә таралһын ине тигән теләктәмен. Һуңғы куплеты илебеҙ Украинала алып барған махсус хәрби операцияға арналды. Яугир егеттәргә рухи ярҙам кәрәк, быны мин фронттағы улымдың әсәһе булараҡ яҡшы беләм. Һүҙҙәре күңелемдән сыҡты. Әле фронттағы улыма хат тигән темаға йыр яҙам.
- “Мы – шаймуратовцы-батыры” йыры тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та белһә шәп булыр ине тием. Ул онотолған исемдәрҙе ҡайтарыу юҫығында күп эштәр башҡара. Радий Фәрит улына Миңлеғәле Шайморатов темаһы айырыуса яҡын. Уға Рәсәй Геройы исемен биреүгә өлгәште, Өфөлә мөһабәт һәйкәл ансамбле астырҙы, мәктәптәрҙә шайморатовсылар кластары булдырҙы.

Йыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, мобилизацияланған ир-егеттәргә, беҙҙең Шайморатов һәм Доставалов исемендәге ирекмәндәр батальондары яугирҙәренә рухи яҡтан ярҙам булыр тип ышанам, - тип һөйләп үтте беҙгә әҙибә. 

Белешмә:

Балалар яҙыусыһы, шағирә һәм тәржемәсе Рәшиҙә Бик (Бикмәтова) 2002 йылдан алып Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып тора. Үҙенең ижадын – шиғырҙарын һәм сәсмәүер әҫәрҙәрен русса яҙа. Балаларға арналған тиҫтәләрсә китап авторы булып тора, шулай уҡ өлкәндәр өсөн шиғри йыйынтыҡтар сығарған.

Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы йырҙарға текстар ижад итә һәм уларға музыка ла яҙа. Рәсәй һәм Башҡортостанда киң танылыу яулаған йырҙарҙың авторы булып тора. Улар яҡташтарыбыҙға һәм тормоштары, ижадтары Башҡортостан менән бәйле билдәле шәхестәргә - Салауат Юлаевҡа, Федор Шаляпинға, Сергей Аксаковҡа, Муса Гәрәевҡа һәм башҡаларға арналған. Шағирә уларҙы бер йыйынтыҡҡа туплап йыр китабы итеп баҫтырырға теләй.   

Видео:

Аранжировщик Александр Баженов вместе с солисткой Светланой Аликаевой и детским хором исполнили песню

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: