+1 °С
Ясна
Дыуан районынан 45 йәшлек ир Интернет аша Алыҫ Көнсығыштан икра алырға була. Деликатесты һатыу менән шөғөлләнгән сайтты эҙләп табып, 90 мең һумлыҡ тауар хаҡында һөйләшә.
"Һатыусы" иргә тауар накладнойын, йәнәһе лә, заказды тейәүҙе күрһәткән видеоны һәм түләү өсөн һылтанманы ебәрә. Ир аҡсаны күсерә, ә бына тауарҙы көтөп ала алмай. Сайт та, һатыусы ла юғала.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.