Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 12:30

Кешенең ҡанһыҙлығы шаҡ ҡатыра...

Учалы ауылынан 37 йәшлек эшҡыуар Ахундан 50 йәшлек ирҙе ҡәбәхәттәрсә туҡмаған... 

Кешенең ҡанһыҙлығы шаҡ ҡатыра...
Кешенең ҡанһыҙлығы шаҡ ҡатыра...

Билдәле булыуынса, был эшҡыуар 50 һәм 37 йәшлек ике танышы менән бергә ултырып эскән. Һуңынан эшҡыуар машинанан 12 мең һум аҡсаһы юғалғанын белгәс, бергә ултырып эскән ирҙәрҙең береһе урлағандыр, тип шикләнә лә, тағы бер танышы менән шул 37 йәшлек иргә аҡса артынан барған. Эшҡыуар уны туҡмай һәм ир аҡсаны урлағанын таный, 50 йәшлек ирҙең өйөндә йәшерҙем, ти. Улар өсәүләп Ахунға, 50 йәшлек иргә, бара. 37 йәшлек ир өйгә инеп китә лә, эшҡыуарға алты ғына мең һум аҡса сығара, ҡалғанын тотондом, тип аңлата. Йәне көйгән эшҡыуар үҙе 50 йәшлек ирҙең өйөнә инеп, ҡулына эләккән битаны ала ла, хужаны ныҡ иткәнсе туҡмай. Урлашҡан ир тайып өлгөрә. Эшҡыуар үҙенең магазинына ҡайтҡас, битаны яндыра һәм кисен, 50 йәшлек ир менән һөйләшеп килешер өсөн, тағы Ахунға килә. Хужаның һаман да иҫһеҙ ятҡанын күреп, ул "Тиҙ ярҙам" саҡыра ла, ҡайтып китә. 

Башы иҙелгән ир дауаханала бик ауыр хәлдә ята. Эшҡыуарҙы ҡулға алғандар. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

  

 

Кешенең ҡанһыҙлығы шаҡ ҡатыра...
Кешенең ҡанһыҙлығы шаҡ ҡатыра...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: