Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 16:30

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Сабитов мәктәбенең бер быуатлыҡ тарихы" тип аталған күргәҙмә асыла. 

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!
Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Күргәҙмә республиканың беренсе музыка мәктәбенә һәм композитор Нариман Сабитовҡа арналған (мәктәп 1971 йылдан алып уның исемен йөрөтә). Ул "Сабитов мәктәбенең бөйөк исемдәре" башҡорт музыкаһы фестивале сиктәрендә үткәреләсәк тәүге сара. Фестивалдең төп идеяһы - милли музыка сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштарын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалау.

Күргәҙмә 2022 йылдың 15 декабренә тиклем дауам итәсәк.

Килеүселәр өсөн эш режимы: шишәмбе - йома: 11:00-18:00 сәғ. (касса 17:00 сәғ.), шәмбе - йәкшәмбе: 11:00-17:30 сәғ. (касса 16:30 сәғ.). Дүшәмбе - ял көнө.

Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-00-31. Билетты "Пушкин картаһы" аша ла һатып алырға мөмкин.

Фото: museumrb

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: