Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 19:00

Кәбеҫтә тоҙлайбыҙ

Ә һеҙ кәбеҫтә тоҙланығыҙмы әле, хужабикәләр?

Кәбеҫтә тоҙлайбыҙ
Кәбеҫтә тоҙлайбыҙ

Кәбеҫтәне  дүрт өлөшкә бүлергә. Күсәнен ҡырҡып алғандан һуң ваҡ ҡына итеп турарға. Кишерҙе йыуып, эре ҡырғыс аша үткәрергә.
Тәүҙә кәбеҫтәгә тоҙ һибеп бутар­ға. Һуңынан һуты сыҡҡанға тиклем ҡул менән ыуырға. Кишер ҡушырға. Әнис һәм башҡа тәмләткестәр өҫтәргә мөмкин.
Йәшелсә тыңҡыслап тултырыла, уны ағас уҡлау менән төйөргә онотмағыҙ. Ныҡлап ҡарағыҙ: кәбеҫтә һалған һауыттың төбөндә һут йыйылырға тейеш. Һуңынан һуты өҫкә ҡалҡып сыҡҡансыға тиклем йәшелсәне йоҙроҡ менән иҙегеҙ.
Тоҙланған кәбеҫтә өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйыла, ситенән ағас уҡлау тығып ҡуйығыҙ. Был йыйылған газ сыҡһын өсөн эшләнә. Кәбеҫтә яҡынса өс тәүлек буйы әсей. Ошо ваҡытта уны көнөнә бер нисә тапҡыр уҡлау йә булмаһа ҙур бысаҡ менән ҡыбырла­тып алырға кәрәк. Өҫтөнә күбек булып газ сығырға тейеш. Әгәр ул әсегән ваҡытта уҡлау менән газын сығарып тормаһаң, артыҡ әсе була­. Өсөнсө тәүлеккә кәбеҫтә шиңә, өҫтөндәге күбектәр ҙә юҡҡа сыға.
Әҙер булғас, артыҡ төймәй, банкаларға тултырып, полиэтилен ҡапҡастар менән ҡаплап, һалҡын урынға ҡуйығыҙ.

Кәбеҫтә тоҙлау өсөн ағас, эмаль , керамиканан эшләнгән һауыттарҙы ҡулланалар.

 

Фото: adfarm.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: