Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 10:05

Ил башлығы бүләкләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙең хеҙмәт алдынғыларын һәм абруйлы эшмәкәрҙәрен бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Ил башлығы бүләкләне
Ил башлығы бүләкләне

 Уларҙың араһында өс яҡташыбыҙ бар.

 

Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев Дуҫлыҡ ордены менән наградланды.

 

Краснокама районының “Алға” тоҡомсолоҡ заводы” ауыл хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе Рифҡәт Хәтмуллинға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ булды.

Бүләкләнеүселәрҙе наградалары менән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ!

 

Фото: m.fishki.net

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: