+1 °С
Ясна
“Башинформ” агентлығы яҙыуынса, “Лимакмаращавтодороги” йәмғиәте эшселәргә 60 миллион һум аҡсаны түләп еткермәгән. Теүәлерәк әйткәндә, октябрь өсөн 1336 белгес эш хаҡы ала алмаған.
Әле компания етәкселеген хеҙмәт ҡануниәтен үтәүҙә тикшерәләр, документацияны өйрәнәләр.
Белешмә: “Лимакмаращавтодороги” йәмғиәте Рәсәйҙең “Маращстрой” һәм Төркиәнең ”Limak Group” компанияларын берләштереүҙән 2015 йылда барлыҡҡа килгән. Баш ҡалабыҙҙы көнсығыш яҡлап урап үтеү юлын (Восточный выезд) төҙөүҙә ҡатнаша.
Фото: "Башинформ".