Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 12:13

Ер планетаһында һигеҙ миллиардынсы кеше тыуған

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Ер халҡы 8 миллиард кешегә етте. "Юбилей" бәпесе ҡайҙа тыуған?

Ер планетаһында һигеҙ миллиардынсы кеше тыуған
Ер планетаһында һигеҙ миллиардынсы кеше тыуған

Планетала кешенең күбәйеүенә башлыса Азия илдәре ҙур өлөш индерә. Африка илдәре 400 миллион кешегә артҡан. Һиндостан 177 миллион кешегә, ә Ҡытай 73 миллионға "байыған". Тик бына Европа Ерҙә кешенең артыуын әллә ни тәьмин итә алмай.

Фаразлауҙарынса, 2037 йылда беҙ барлығы 9 миллиард, ә 2058 йылда 10 миллиард кеше буласаҡбыҙ.

Шөкөр, Ер шары ҙур, һыябыҙ, буғай.

7 миллиардынсы кеше 2011 йылдың 31 октябрендә Рәсәйҙә, Калининградта тыуғайны. Петр Николаевҡа 11 йәш.

Ә 8 миллиардынсы сабыйҙың Әрмәнстанда тыуыуы фаразлана ине. Әлегә рәсми хәбәр юҡ.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: