+20 °С
Болотло
Владимир Путин Башҡортостандан блогер Рөстәм Нәбиевты Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне. Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, параспортсы, блогер, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиевты Дуҫлыҡ ордены менән бүләкләне. Тейешле указ илдең хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Ул Йәмәғәт палатаһы составына уҙған йылдың декабрендә инә, асыҡ мөхит һәм инклюзив тәжрибәләрҙе үҫтереү буйынса комиссия составында эшләй. Ағымдағы йылдың июнендә Рөстәм Нәбиев Өфө мэрының уңайлы мөхитте тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.
Фото: Т. Аманов