Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 13:29

Бөгөн ЦУР нимәләр тураһында хәбәр иткән?

Башҡортостанда СВО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына - мәктәп уҡыусылары һәм бөтә уҡыу йорттарының 23 йәшкә тиклемге студенттарына айына 60 тапҡыр йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү мөмкинлеге бирелә.

Бөгөн ЦУР нимәләр тураһында хәбәр иткән?
Бөгөн ЦУР нимәләр тураһында хәбәр иткән?

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Башлығының 2022 йылдың 11 октябрендәге Указы буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн 30-ҙан ашыу ярҙам сараһы әҙерләнде: https://npa.bashkortostan.ru/36683/?ysclid=lahr1m8fo0..

Транспорт һәм юлдар хаҡында – Республика менән идара итеү үҙәгенән Юлдаш т/к Сәләм тапшырыуында.

2022 йылда Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 17 объект ремонтланған

2023 йылда түбәндәге урамдарҙы ремонтлау күҙаллана:

- Галле ҡалаһы урамы (Р. Зорге урамынан Октябрь проспектына тиклем)
- Л. Толстой урамы
- Менделеев урамы (Обь урамынан Ҡариҙел урамына тиклем)
- Рига урамы
- Шәфиев урамы (Парк урамынан Р. Зорге урамына тиклем)

Шулай уҡ һанап үтелгән эштәр киләһе йылда ла дауам итәсәк:

- Новороссийск урамын йүнәтеү
- Зинин тораҡ пункты районында тимер юл аша сыға торған юл төҙөү
- Эшсе хәбәрселәр урамын реконструкциялау
- Высотная урамын төҙөү

Тура эфирҙы ҡарай алманығыҙмы? Мөһим һәм файҙалы мәғлүмәт – эфир яҙмаһында:

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: