Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 09:15

Ауылдың мәҙәниәт усағы дөрләп тора

Салауат районының Торналы ауылындағы мәҙәниәт йортона милли проект буйынса капиталь ремонт яһалған.

Ауылдың мәҙәниәт усағы дөрләп тора
Ауылдың мәҙәниәт усағы дөрләп тора
"Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" төбәк проектына ярашлы, былтыр ауыл клубында ҙур ремонт яһалып, күп функциялы үҙәк барлыҡҡа килгән. Хәҙер бында өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә бик теләп килә. Үҙешмәкәр артистар төрлө фестивалдә ҡатнаша, еңеү яулай. Балалар вокал ансамбле лә конкурстарҙан дипломант йә лауреат булып ҡайта. Клубта 13 коллектив эшләй. Унда 200-ләп кеше йөрөй.
Фото: Салауат районы хакимиәтенән.
 
 
Ауылдың мәҙәниәт усағы дөрләп тора
Ауылдың мәҙәниәт усағы дөрләп тора
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: