Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ноябрь 2022, 21:00

Һалдат хаты!

Һаумы әсәй, хәлең нисек? Хәбәр юҡ тип көйәһеңдер, Күҙҙәреңде алмай тәҙрәнән Балам ҡайтыр тип көтәһеңдер.   Көт, әсәйем ҡайтырмын... Өмөт сатҡыларын һүндермә, Барыhы ла яҡшы, иҫәнмен мин Йөрәккәйең бушҡа яндырма.   Беләм әсәй, төндәр-көндәр буйы Доғаларын ҡылып, уҡыйһыңдыр, Имен генә йөрөһөн балам тиеп Изге теләктәрен теләйһеңдер.   Hиҙәм әсәй, наҙлы елдәр аша Йомшаҡ ҡулдарыңдың наҙҙарын, Изге доғаларың ҡурсалауын Нескә күңелдәрең йылыhын!!!   Көймә әсәй, бирешмәҫмен Еңеү менән ҡайтып инермен, Үҙ ҡулдарым, үҙ аяғым менән Яндарыңа килеп ҡосормон!   Рәсилә Вилданова      

Һалдат хаты!
Һалдат хаты!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: