Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 17:30

Юл фажиғәләре - 10 ноябрь

Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 18 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 44 иҫерек водителде тотҡан (уларҙың икәүһе эскән килеш икенсегә тотола).

Юл фажиғәләре - 10 ноябрь
Юл фажиғәләре - 10 ноябрь

Көндөҙ Бөрө районының Үгеҙ ауылы янында, Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 95-се саҡрымында, Мишкә районынан 24 йәшлек егет идара иткән "Hyundai Accent" менән Октябрьский ҡалаһынан 30 йәшлек ир идара иткән "Hyundai Elantra" бәрелешкән. Бәрелешеү "Elantra"ны ҡаршы килгән "Kiа Rio"ға алып бәргән. Авария һөҙөмтәһендә "Elantra" водителе ваҡиға урынында һәләк булған, уның пассажиры, 24 йәшлек ҡатын, дауаханаға оҙатылған. "Кia" водителе (Өфөнән 31 йәшлек ҡатын), уның 3 йәшлек улы, шулай уҡ "Hyundai Accent" машинаһының 21 һәм 22 йәшлек ике пассажиры ла төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға ебәрелгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара. Бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән.

Шаһиттарҙың әйтеүенсә, ҡаршы һыҙатҡа сығыу был фажиғәле хәлгә килтергән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: