Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 16:15

Һыу ятҡылыҡтарында һаҡ булығыҙ!

Башҡортостанда бөгөндән "Йоҡа боҙ" иҫкәртеү операцияһы башланды. Үкенескә күрә, һыу инеү миҙгеле күптән тамамланһа ла, йылға-күлдәргә батыусылар осрай. Ҡышын балыҡсыларға ла хәүеф янай.

Һыу ятҡылыҡтарында һаҡ булығыҙ!
Һыу ятҡылыҡтарында һаҡ булығыҙ!

14 ноябрҙән 14 декабргә тиклем белгестәр рейд яһаясаҡ, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барасаҡ.

Һыу ятҡылыҡтарында боҙ барлыҡҡа килеү менән балыҡсылар күренә башлай. Иң мөһиме - боҙ аҫтына китеүҙән һаҡлау-һаҡланыу. Балалар ҙа - хәүеф төркөмөндә.

Һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ: һыуҙар тигеҙ генә туңмай, боҙҙоң йоҡа урындары ла күп була, тип иҫкәртә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: