Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 16:00

Йомшаҡтың да йомшағы...

Ҡоймаҡ “майлай” беләһегеҙме?

Йомшаҡтың да йомшағы...
Йомшаҡтың да йомшағы...

Тәүҙә бер рецепт:

Өс йомортҡаны һытып, тәменсә тоҙ, өс ҡалаҡ шәкәр ҡушып, туғырға. Ике стакан йылы һөт һәм 1,5 стакан он ҡушырға. Төйөрө бөткәнсе болғарға ла, бер стакан ҡайнар һыу ҡойорға. Яҡшылап бутағас, өс ҡалаҡ үҫемлек майы һалып, тағы болғарға. Ҡоймаҡ ҡамыры әҙер булғас, майланған табала ҡойорға.

Һәм иң мөһиме: ҡыҙған табаға 200 мл һөт һәм 50 г аҡ май һалып, майы ирегәнсә болғарға. Шунан майлы-һөтлө шыйыҡлыҡҡа бөтә ҡоймаҡты өҫтө-өҫтөнә йәйеп һалырға һәм таба ҡапҡасын ябып, шыйыҡлыҡ бөткәнсе 7 минут самаһы талғын утта тоторға. Ҡоймаҡты майлау ғына түгел инде был.

Бындай ҡоймаҡтар бик йомшаҡ, уғата тәмле буласаҡ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: