Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 08:57

Спорт менән шөғөллән, сәләмәт бул

Һуңғы ваҡытта ГТО нормативтарын тапшырырға теләүселәр һаны арта бара. Быға нимә сәбәпсе икән?

Спорт менән шөғөллән, сәләмәт бул
Спорт менән шөғөллән, сәләмәт бул
Халыҡ сәләмәт тормошто һайлай һәм спортҡа ылыға. Өҫтәүенә, шарттар ҙа булдырыла. 
"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлеше бар. Уға ярашлы, төрлө төбәктә ГТО нормалары тапшырыу өсөн дә уңайлыҡтар барлыҡҡа килә.
Халыҡ әүҙемләшә. Ошо көндәрҙә Нуриман районында ойошмалар, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре ГТО нормаларын тапшырған. Һынауҙар ауыр түгел, әммә ҡайһы берәүҙәренә әҙерлек тә талап ителә. Норманы һәр кем ҡулынан килгәнсә үтәй.
Фото: Нуриман районы хакимиәтенән.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: