Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 14:50

Саралар мәғрифәтселек йүнәлешендә үтәсәк

Яңы йыл каникулдарында йыл һайын балалар өсөн меңләгән мәҙәни сара үткәрелә. Быйыл уларҙың тәғәйенләнеше күңел асыу түгел, ә мәғрифәтселек йүнәлешендә үтәсәк.  

Саралар мәғрифәтселек йүнәлешендә үтәсәк
Саралар мәғрифәтселек йүнәлешендә үтәсәк

 

Был хаҡта  БР Хөкүмәтендәге  оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдергән.

– Иғтибар ғаилә ҡиммәттәренә һәм бергә ваҡыт уҙғарыуға йүнәлтелә. Яңы йыл осоронда дәүләт театр концерт ойошмалары ғына 450-нән ашыу сара, шул иҫәптән 20-нән күберәк хәйриә сараһын уҙғарырға ниәтләй. Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында тәрбиәләнгән балалар йәшәгән урындарҙа Яңы йыл тамашалары үткәрәсәк. Аталары мобилизацияланған ғаиләләрҙең балалары Яңы йыл каникулдарында мәҙәниәт учреждениеларына бушлай бара ала. Беҙ республиканың төп шыршыһына “Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһы” тигән ҡыҙыҡлы интерактив тамаша әҙерләйбеҙ, – тип билдәләне Әминә Шафиҡова.

Клубтары булмаған ауылдарға «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә алынған ун автоклуб тамашалар күрһәтергә сыға.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында Яңы йыл тамашаларын ҡарай алмаған балалар янына Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай үҙе киләсәк.

Байрам тамашалары тураһындағы афишаларҙы «Культурный мир Башкортостана» порталынан ҡарап барырға мөмкин.

Фото:kulturarb.ru

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: