Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 21:15

Өс автобус бәрелешкән

Бөгөн киске сәғәт етенселә Өфөнөң Октябрь проспектында, "Дан бульвары" туҡталышы ҡаршыһында, "НефАЗ", "Форд Транзит" һәм "Lotos" автобустары бәрелешкән. Аварияла "Форд" автобусының биш пассажиры йәрәхәтләнгән.

Өс автобус бәрелешкән
Өс автобус бәрелешкән

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү башланған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: