Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 18:54

Республика менән идара итеү үҙәге ярты миллионға яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән

Башҡортостан халҡынан 7-13 ноябрҙә 4 591 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Әүәлгесә беренсе урында - юл темаһына ҡағылышлы мөрәжәғәттәр (780). Был хаҡта бөгөн, 14 ноябрҙә, республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская хәбәр итте.

Республика менән идара итеү үҙәге ярты миллионға яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән
Республика менән идара итеү үҙәге ярты миллионға яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән

Социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса икенсе урында - һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре (568 мөрәжәғәт теркәлгән, йәғни уҙған аҙнаға ҡарағанда 46-ға күберәк). Шулай уҡ төҙөкләндереү (562), торлаҡ-коммуналь хужалығы (523) һәм социаль хеҙмәтләндереү (436) буйынса ла мөрәжәғәттәр күп.

Уҙған аҙнала Республика менән идара итеү үҙәге ҡала һәм район хакимиәттәре, министрлыҡ һәм ведомстволар менән бергә 6 223 мөрәжәғәтте эшкәрткән. Был алдағы аҙнаға ҡарағанда 360-ҡа күберәк.

Мобилизация темаһы буйынса мөрәжәғәттәр һаны кәмегән. Уның ҡарауы коронавирус буйынса һорауҙар күренә башлаған.

Мобилизация буйынса чат-бот эшләүен дауам итә https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot. Уны республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Республика менән идара итеү үҙәге әҙерләгән.

Доклад йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров кире бәйләнеш буйынса эште дауам итергә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашырға теләп ғариза яҙған кешеләр менән эш итеү алгоритмын яҡшылап уйларға ҡушты.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: