- Быйыл беҙ Өфөлә Дуҫлыҡ монументынан алып теплоходтарҙа күңел асыу маршруттарын тулы ҡеүәткә ебәрҙек. Йәй дауамында Ағиҙел буйлап 84 мең пассажир йөрөгән - был былтырғыға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк. Йылға причалында «Чайка», «Колесовъ», «Дельфин» һәм «Москва-29» теплоходтары эшләне.
- Ете йылға үткәргесе аша 352,5 мең кеше һәм 19 мең автомобиль сығарылған. Йөк ташыуҙы туҡтатмайбыҙ, бының өсөн навигация шарттары бар.
- Май айында тәүгә дүрт палубалы «Александр Пушкин» теплоходы, һәм өс палубалы «Северная Сказка», «Н.А. Некрасов», «Александр Бенуа» теплоходтары ҡабул иттек. Ғөмүмән алғанда беҙ 12 туристик пассажир судноһын ҡабул иттек, уларҙа баш ҡалаға башҡа төбәктәрҙән 2,5 мең турист килде.
- Киләһе йыл да дүрт палубалы «Александр Пушкин» киләсәк. Шулай уҡ «Мостай Кәрим» круиз лайнерын ҡаршы аласаҡбыҙ. Бының кеүек туристик сәйәхәттәргә һорау арта - шуға күрә лә тейешле инфраструктура булдырыу һәм ҙур караптар Ағиҙелгә үтә алһын өсөн йырҙаларҙы тәрәнәйтеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Һуңғы йылдарҙа һайыҡҡа урындарҙы ике метрға тәрәнәйттек.
Өлкәндәр башҡорт флотының совет мәлендә нисек булғанын яҡшы хәтерләй. 2019 йылда уны тергеҙеүҙе башланыҡ һәм был курс дөрөҫ тип һанайым. Быға мөмкинлек бар.