Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 22:30

Рәхимә Мусинаның #Ололар_аҡылы

Әбйәлил районынан Рәхимә Мусина #Ололар_аҡылы хэштегы менән сығарған яҙмаларын бер урынға туплап, уҡыусыларына тәҡдим иткән. Халыҡ яратып уҡыған яҙмаларҙы беҙ ҙә урап үтә алмай, үҙебеҙҙә лә сығарырға йөрьәт иттек. #Ололар_аҡылыТормош — аш бүлмәһе кеүек ул, ҡыҙым, һәм унда һәр ваҡыт нимәлер бешә. Ә һин шунда, булдыҡһыҙ хужабикә кеүек, кәстрүл-табалар араһында бөтөрөләһең инде. Тормоштоң әҙер рецептары юҡ. Семтекләп уныһын-быныһын һалған булаһың, ә нимә килеп сығырын белмәйһең. Тел йоторлоҡ тәмле итеп бешерһәң — ҡыуанаһың. Ҡайһы саҡ әсе лә булып ҡуя, йә тоҙо етмәй, йә үтә татлы... Йә көйгән, йә бөтөнләй сей була. Ундай саҡтарҙа йәшәүҙең йәмен тапмай китәң. Һәр ваҡыт бөтә нәмә лә уңышлы ғына килеп сыҡмай шул тормош тигән аш бүлмәһендә.Ә һин бирешмә, балаҡай! Иң мөһиме, усағың да утың һүнмәһен, өҫтәп торорлоҡ утының һәр ваҡыт булһын. Йәшәү дәрте тип атала ул утын. Башҡаһы бүстәк, онотола...Рәхимә Мусина. Дауамы сайтта.

Рәхимә Мусинаның #Ололар_аҡылы
Рәхимә Мусинаның #Ололар_аҡылы

#Ололар_аҡылы
Бер ҡасан да зарланма! Минең быным юҡ, тегенем юҡ тигәнеңде ишетмәйем бынан ары. Һинең бөтә нәмәң бар! Бөтә нәмәң! Алты ағзаң теүәл, эшлә лә тап юғын. Аллаһты көйҙөрөргә ярамай улай. Һәр көн иртән торған һайын бөтәһе өсөн, иң алда имен-һау таң аттырғаның өсөн рәхмәт әйт. Юҡ тигән һайын юҡлыҡты күрһәтермен тип әйтә тей. Һәр һүҙеңде уйлап һөйлә, балам...
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Бер ҡасан да аша һөйләшмә, үҙеңде башҡаларҙан өҫтөн ҡуйма, кеше хурлама, кәмһетмә, балам. Көфөрҙән ҡурҡ.
Тормош тәгәрмәс кеүек әйләнеп тора бит ул: бөгөн һин өҫтә, ә иртәгә аҫта ҡалыуың бар. Мин улай итмәм, минең менән ундай хәл булмаҫ тип аша һөйләү килешмәй. Һин улай итмәҫһең, һинең менән ул хәл булмаҫ, әммә балаң йә балаңдың балаһы — Хоҙай һаҡлаһын — һин кейергә тейеш ҡатаны кейеүе мөмкин. Гонаһыңдың язаһын балаларың күреүҙән дә ауыр нәмә юҡ. “Аш хурлама — ҡоҫторор, ир хурлама — боҫторор” тип бушҡа әйтмәгән боронғолар. Оялышыңдан кеше күҙенә күренә алмай боҫоп йөрөргә тура килмәһен.
Рәхимә МУСИНА.

#Ололар_аҡылы
Тормош — аш бүлмәһе кеүек ул, ҡыҙым, һәм унда һәр ваҡыт нимәлер бешә. Ә һин шунда, булдыҡһыҙ хужабикә кеүек, кәстрүл-табалар араһында бөтөрөләһең инде. Тормоштоң әҙер рецептары юҡ. Семтекләп уныһын-быныһын һалған булаһың, ә нимә килеп сығырын белмәйһең. Тел йоторлоҡ тәмле итеп бешерһәң — ҡыуанаһың. Ҡайһы саҡ әсе лә булып ҡуя, йә тоҙо етмәй, йә үтә татлы... Йә көйгән, йә бөтөнләй сей була. Ундай саҡтарҙа йәшәүҙең йәмен тапмай китәң. Һәр ваҡыт бөтә нәмә лә уңышлы ғына килеп сыҡмай шул тормош тигән аш бүлмәһендә.

Ә һин бирешмә, балаҡай! Иң мөһиме, усағың да утың һүнмәһен, өҫтәп торорлоҡ утының һәр ваҡыт булһын. Йәшәү дәрте тип атала ул утын. Башҡаһы бүстәк, онотола...
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Тормош ауыр тип зарланған кешеләр юлыңда аҙым һайын осрап торор, балам. Һин ундайҙарҙы тыңлама, әңгәмәне лә күтәрмә. Тормош зәрә күпте талап иткәндәр өсөн ауыр. Йәки уны яҡшыртыу өсөн үҙҙәре ҡыл да ҡыбырлатмаған ялҡауҙар өсөн. Өсөнсө өйөн төҙөп бөтә йә бишенсе машинаһына аҡса еткерә алмаған ҡомһоҙҙар өсөн.

Тормош ауыр ҙа, еңел дә түгел, ул үҙең нисек теләйһең – шундай. Берәү ҙә үҙе теләмәһә урамда тороп ҡалмай йә астан үлмәй. Башҡорттоң ғәләмәт аҡыллы мәҡәле бар: йән биргәнгә йүн биргән. Һәр кемгә үҙенә етерлеген Хоҙай биреп тора. Шуға шөкөр итеп, барына ҡәнәғәт булып, мәскәйләнмәй йәшәһәң – тормошоң матур, етеш, еңел була, зарланырға сәбәп тә ҡалмай.
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
“Хәлең нисек?” – тип һораусыларға яуабың һәр ваҡыт “Аллаға шөкөр!” булһын, балам. Шул еткән. Бәлки, тап ошо мәлдә йөрәгеңде берәй хәсрәт өтөп баралыр, йәки шатлығың эсеңде тишеп сығып киләлер... Тик кемгә кәрәк ул? Һәр кемдең – үҙ шатлығы, үҙ ҡайғыһы, үҙ мәшәҡәте. Сит кешегә тағы нимәгә үҙеңдекен йөкмәтергә? Ҡайғыһы булғаны һинең шатлығыңа көнләшеп күҙектерер, шатлығы булғаны һинең ҡайғыңды аңлап бөтмәҫ.

Әҙәп өсөн генә бирелгән һорау ул: “Хәлең нисек?” Яуабың да әҙәпле, иманлы булһын — “Аллаға шөкөр!” Ошо ике һүҙ үҙ эсенә бөтәһен дә алған. Һин бөгөн һауһың һәм шуның өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлеһең — шул иң мөһиме!
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Йөрәгеңә барыһын да яҡын алырға ярамай, балам. Сит кеше һүҙен бигерәк тә. Ер йөҙөндә нисәмә кеше — шул сама фекер. Бөтәһенә лә ярап бөтөп булмай. Кәрәкмәй ҙә. Һин һыу өҫтөнән атлап йөрөй белһәң дә, был берәүгә оҡшамаҫ: "Ҡарағыҙ, ул бит йөҙә белмәй", - тип һөрән һалыр. Кеше һүҙен тыңлама, үҙең теләгәнсә йәшә. Был — һинең тормошоң.
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Бәхетле булғың килһә – бер ҡасан да кеше бәхетенә көнләшмә, балам! Көнсөл әҙәм бәхетле була алмай. Эсеңде ҡорт кимереп торғанда нисек бәхетле булаһың инде? Һин уйлама: ул ҡорт миндә генә икән тип, белгең килһә, ул бөтәһендә лә бар: кемдәлер ҙур, кемдәлер бәләкәй...

Тик аҡыллы кешеләр генә ул ҡортто еңә белә. Еңмәһәң, көнсөллөк эстән кимерә-кимерә үҙеңде ауырыуға әйләндерә, күңел тыныслығыңды урлай, йәшәү йәмен юҡ итә. Нисек еңергә тиһеңме? Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма. Һинән матурыраҡ, һинән аҡыллыраҡ, һинән талантлыраҡ, һинән бәхетлерәк кешеләр менән донъя тулы. Ярыша башлаһаң – хәлең етмәҫ. Кеше тормошон күҙәтеп, кеше бәхетенә эсең янып, ғүмерең мәғәнәһеҙ үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһың. Кеше бәхете – кеше итеге кеүек бит ул: матур, ҡупшы, әммә кейһәң – аяҡты өйкәй. Үҙ итегеңдә атла тормош юлынан, балам.
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Донъялағы иң шәп кеше булһаң да, барыбер һине яратмағандар буласаҡ, балам. Булышып ҡына ҡалмаҫтар, нахаҡ яла ла яғырҙар, яйы сыҡҡан һайын аяҡ салып, арттан бысаҡ ҡаҙап та маташырҙар. Һаҡ бул, әммә шуны ла онотма: дошмандар — иң яҡшы уҡытыусылар. Улар һине "уҡыта", төп башына ултырта-ултырта шулай тормош һабаҡтары бирә, ҡабыр алдынан өрөргә, һыр бирмәҫкә, сәмләнергә, еңергә өйрәтә.

Әгәр ҙә бик түҙгеһеҙ булһа, ошо теләкте телә: "Эй Раббым, дошмандарыма иман килтер, күңелдәренә изгелек орлоғо сәс, юлдарына бәхетте мул итеп сығарып һал, шуға ҡыуанһындар ҙа мине тыныслыҡта ҡалдырһындар". Тик бер ҡасан да таш менән атҡанға һин дә таш ташлама. Этләшеү, үсләшеү — ул түбән кешеләрҙең эше, балам. Һин юғары булып ҡал, яҡшылыҡ менән ең!
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
"Берәйһенә теләп тә ярҙам итә алмаһаң – үҙеңде өҙгөләмә, балам. Һәр ваҡыт изгелек эшләп кенә йөрөп тә булмай ул. Иң мөһиме, яуызлыҡ эшләмә! Асыу алҡымға тығылған, таш атҡанға таш менән яуап ҡайтарғы килгән ваҡыттар ҙа була ул. Һәр беребеҙ бәндә бит — әүлиә түгел. Ҡайһы саҡ яманлашып киткән кешегә күңел яраларлыҡ һүҙ әйтке, берәй төрлө үс алып кинәнге килә...
Юҡ, кәрәкмәй, үҙеңде ваҡытында тыйырға өйрән. Шуны ныҡлап аңла, балам: кешеләргә һинең изгелегеңә ҡарағанда яуызлыҡ ҡылмауың күпкә ҡәҙерлерәк. Яуызлыҡ эшләмәй генә лә ерҙә изгелекте арттырырға мөмкин..."
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Йәш саҡта үҙеңде был донъяға мәңгегә килгән кеүек тояһың. Тормош бөтмәй-төкәнмәй китеп тик барыр кеүек. Ҡартлыҡ килеп етерен дә, яйлап бирешә башлаясағыңды ла уйлай белмәйһең. Балалар күҙ асып йомғансы үҫә лә тарала, ләкин йәш саҡта улар гел шулай бәләкәй булыр, шатлыҡтары ла, мәшәҡәттәре лә мәңге бөтмәҫ кеүек тойола. Мәңге ваҡыт етмәҫ, аҡса етмәҫ, ә һаулыҡ, көс-дәрт ташып торор кеүек була.
Ысынында иһә бөтәһе лә йырҙағыса: “...бер ваҡыт ҡына”. Уның шулай икәнен ҡасандыр ололар беҙгә аңлатырға тырышҡан, ә беҙ аңламағанбыҙ. Хәҙер үҙебеҙ балаларға аңлатырға тырышабыҙ – улар аңламай. Сөнки кеше бөтә нәмәнең дә бер ваҡыт ҡына икәнен ул ваҡыт үтеп киткәс кенә белә... Тормош шулай ҡоролған, балам.
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Кеше менән һүҙ көрәштерергә тырышма, балам. Әңгәмәсең килешмәүен аңғарыу менән һөйләшеүҙе туҡтат йә икенсе һүҙгә күсер. Уны ғәйепләмә лә, йәнең дә көймәһен. Бөтәһе лә һинең менән килешеп кенә торорға ла тейеш түгел. Һәр кемдең – үҙ фекере һәм шул үҙенсә дөрөҫ. Ул һине бер нисек тә аңлай алмай. Һин уны аңлай алмаған кеүек. Кемегеҙ дөрөҫ – берәү ҙә хөкөм сығара алмаҫ. Сөнки өсөнсө кешенең дә һеҙҙекенә оҡшамаған үҙ фекере бар.

Шуға һүҙ көрәштермә. Үҙеңә йоҡлауы тынысыраҡ булыр, күңелеңде бер нәмә лә өйкәмәҫ. Ул кеше, бәлки, һине еңдем, өндәшмәҫлек иттем тип ҡыуаныр. Ә ысынында һин аҡыллыраҡ, сөнки алйот еңдем, аҡыллы ҡуйҙым, тейер.
Рәхимә Мусина.

#ОлоларАҡылы
Һүҙ арҡаһында кеше үпкә һаҡлай, һүҙ арҡаһында аралар боҙола. Ысынында һүҙ бер нәмә лә түгел ул, балам. Шарҙы өрөп ҡабартһаң ҙур булып күренеп тора бит. Ә эсе буш. Һүҙ ҙә шулай. Ни бары беҙ үҙебеҙ уға артыҡ иғтибар бирәбеҙ. Ҡайһы берәүҙәр асыуын сығарыу өсөн юрамал юҡты һөйләй. Һинең турала насар һөйләйҙәр икән, мин дә берәйһе тураһында урынһыҙ һөйләнем микән тип уйлан башта. Ундай ғәйебең юҡ икән — борсолма. Ҡиәмәт көнөндә, ғәмәлдәребеҙ мизанға ҡуйылғанда, әҙәм балалары “беҙҙе һөйләүселәр, урынһыҙға кәмһетеүселәр ниңә күберәк булманы икән” тип үкенерҙәр, тиелә изге китапта. Хурлаһындар, һүкһендәр, теләһә нимә әйтһендәр, шул ҡәҙәр һиңә һауабы ҡайта. Гонаһы һине һөйләүселәргә күсә. Беҙҙе һөйләүсе беҙҙе паклай, таҙарта. Ошоно аңлаһа, әҙәм үҙе яратмаған кеше тураһында бөтөнләй насар һүҙ әйтмәҫ ине...
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Тырыш бул, балаҡай! Бер нәмә менән дә алмаштырып булмай торған сифат ул – тырышлыҡ! Таланттан да мөһимерәк. Сөнки талантлы ялҡауҙар һәм талантлы мыжыҡтар менән донъя тулған. Хатта белем дә тырышлыҡты алмаштыра алмай. Ике юғары белем менән дә баҙарҙа һатыу итеүҙән ары китә алмағандар күп. Тәбиғәт даһи (гений) итеп тыуҙырғандарҙың да күбеһе таныла алмай китә донъянан. Ни өсөн тиһеңме? Сөнки етерлек тырышлыҡ һалмай. Нимәнәндер ҡурҡа, икеләнә, ялҡаулана, йә үҙ-үҙенә ышанмай.

Бары тик тырышлыҡ ҡына оло көскә эйә! Юҡҡа ғына “Бер процент талант, туҡһан туғыҙ процент хеҙмәт” тип әйтмәгәндәр бит. Маҡсатына таланттар ҙа, белемлеләр ҙә, даһиҙар ҙа түгел, ә тырыштар ғына ирешә, хыялын тик тырыштар тормошҡа ашыра! Тырышлыҡ Аллаһ тарафынан бүләкләнә. Нимәгә генә тотонһаң да, Аллаһтың һинекенән башҡа ҡулдары юҡ тигәнде иҫеңдә тот, балам.
Рәхимә МУСИНА.

#Ололар_аҡылы
Ғүмер уҙған һайын үҙеңдең күңелең түрендә нимәләр һаҡланыуына иғтибарлыраҡ була башлайһың, балам. Был ҡәҙерле урында тик иң затлы, иң һиммәтле иҫтәлектәрҙе, иң йылы хис-тойғоларҙы ғына һаҡлағы килә.

Унда үпкә, асыу, үс кеүек бер ниндәй ҙә сүп-сар булмаһын тиһең... Яһалмалыҡты, ялғанды ҡабул итмәй башлайһың... Берәүҙе аптыратырға ла, көнләштерергә лә тырышмайһың... Кеше өлөшөнә ҡыҙыҡмайһың, уның барыбер һинеке булмаҫын, булһа ла йоҡмаҫын аңлайһың... Һиңә ҡыуанып тормаған урындарға барырға ынтылмайһың, ябыҡ ишектәрҙе шаҡымайһың... Һалҡын ҡосаҡтарға һыйынмайһың, үҙең дә ҡоласыңды бөтәһенә лә йәймәйһең... Булмаҫтай хәлдәрҙе, килмәҫтәй кешеләрҙе көтмәйһең... Шулай бысраҡһыҙ, яһалмаһыҙ, шаштырыуһыҙ, ябай ғына, еңел генә, тыныс ҡына йәшәге килә.
Рәхимә Мусина.

#Ололар_аҡылы
Тормош тип-тигеҙ асфальт түгел ул, балам. Уның һикәлтәле юлдарында һынала ла инде дуҫ тип йөрөгәндәрҙең кемлеге! Берәүҙәр арбаңдан осоп ятып ҡала... Икенселәр “бәләнән баш-аяҡ” тип үҙе һикереп төшөп ҡала... Өсөнсөләр, текә боролош булырын һиҙеп, арбаңа ултырмай ҡалыу яғын ҡарай. Унан яңынан тигеҙ юлға төшкәнеңде күҙәтеп тора ла, тағы эргәңдән урын алыу яйын эҙләй... Бәғзеләр һинең юлдан барырға теләй, тик арбаңа ултырырға ҡыйыулығы етмәй, үҙенең ҡорсаңғы атында булһа ла йәнәш китеп бара... Боролоштан файҙаланып, тәгәрмәсеңә таяҡ тығып, арбаң-нейең менән ауҙарырға маташыусылар ҙа юҡ түгел...

Шуға боролоштарҙа атыңды ҡамсылап, арбаңды кәйелтә биреберәк үтеү ҙә яҡшы ул. Кәрәк-кәрәкмәгәндәр тәгәрәшеп ҡалһын өсөн. Яңғыҙ ҡалыуҙан бер ҡасан да ҡурҡма! Һиңә ышанған тоғро дуҫтар барыбер арбаңа сат йәбешә, хатта һин ҡолап китмәһен тип ҡулын һуҙа, сөнки ышана: был боролош артында тигеҙ, тура юл көтә! Тик ундай кешеләр күп булмай, һанарға хатта бер ҡулдың бармаҡтары етә.
Ә тормоштоң ҡануны шундай: ул бушлыҡ яратмай. Иҫке “дуҫтар” урынына яңылары килә. Һикәлтәле-бормалы тормош шулай дауам итә!
Рәхимә МУСИНА.

#Ололар_аҡылы
Сит кешеләр үҙеңдең хәлдәрең һәйбәт саҡта ғына һәйбәт ул. Бәлә-фәлән килә ҡалһа, улар тишек-тошоҡтан ҡасып бөтә. Яҡшы дуҫтарың булһа – уныһы инде яҙмыш бүләге. Ә бына туғандарың – Хоҙайҙан. Туғаныңдың йәне тартмаһа ла ҡаны тарта. Берәйһенә бәлә килһә, яҡындар араһында үпкәләр ҙә, асыу ҙа онотола, улар ойошоп, һиңә ярҙам итеү тураһында уйлай башлай. Үҙеңдеке шулай: йыға һуҡһа ла, үҙе тартып торғоҙа. Ҡанлы көнөңдә генә ҡарындашың ни тиклем яҡын икәнен аңлайһың.

Тормош булғас, туғандар менән һүҙгә килешкән, аралар боҙолған ваҡыттар йыш ҡына була ул. Алдағы көнөңдө уйла, төпкә ебәрмә, балам. Шундай мәлдә халыҡтың шәп бер мәҡәлен иҫеңдә тот: ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ.
Рәхимә МУСИНА.

#Ололар_аҡылы
Ҡыйын булып китһә, “Эй Хоҙай, миңә ҡыйын, ярҙам итсе!” – тип раббыбыҙға өндәш. Рәхәт булһа ла уға әйт: “Был ҡыуаныс өсөн рәхмәт һиңә, Хоҙайым!” – тиген. Аптыранған саҡтарыңда ла: “Мин белмәйем был эштең ахыры нисек булырын, һин генә беләһең, һиңә генә ышанам, шуға минең өсөн нисек яҡшы – шулай тамамла инде, Аллаһым”, - тип уға тапшыр. Яҡшы килеп сыҡһа – ҡыуан, сыҡмаһа – ҡайғырма, тимәк, һинең өсөн шулай яҡшы булған. Уныһын аҙаҡ, бер аҙ ваҡыт үткәс, үҙең дә аңларһың.

Балаң йә кемдер өсөн борсолһаң да: “Мин фәлән кеше өсөн хафаланам, Аллаһым, уға ярҙам итеп кенә ебәр инде”, - тип һора. Шулай көнөңдө тотош доғаға әйләндер. Был кемгәлер буш хәбәр һөйләп ултырыуға ҡарағанда күпкә яҡшы. Ҡайғылы кеше шатлығыңды, бәхетле кеше борсолоуҙарыңды аңламаҫ. Хоҙай аңлар, ярҙам да итер. Уға ғына таян, балам.
Рәхимә Мусина.

#ОлоларАҡылы
Яҡындарың менән аралашырға ваҡыт таба белергә кәрәк. Ул үҙенән-үҙе табылмаясаҡ. Ваҡыт – ҡыҙыҡ нәмә бит ул, көндәлек ығы-зығы, эш һәм көнкүреш мәшәҡәттәре араһында юғала ла ҡуя. Икенсе яҡтан уйлаһаң, ваҡыт мәңгелек, ә кеше – юҡ. Шуға ваҡытты ике яҡҡа шылдыра һәм унда ҡәҙерле йәндәр менән аралашыу мәлдәрен ҡыҫтыра белергә кәрәк.

Хәҙер телефон заманы бит, шылтыратып ебәр, хәл белеш. Сәйгә саҡыр. Кафе-мафела осраш. Ҡайҙалыр йөрөй һалып килергә тәҡдим ит. Тәү ҡарашҡа ғына бындай минуттар мөһим түгел кеүек. Ысынында иһә тормоштоң ҡиммәте шунда: яҡын кешеләрең менән дуҫ-татыу булыуҙа, аралашып йәшәүҙә. Уларҙы юғалтҡас ҡына ниңә заманында аралашырға ваҡыт тапманым икән тип үкенеп ултырыуҙары ауыр...
Рәхимә Мусина.

Дауамы буласаҡ...

Фото: Р.Мусинаның сәхифәһенән.

Рәхимә Мусинаның #Ололар_аҡылы
Рәхимә Мусинаның #Ололар_аҡылы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: