Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноября 2022, 11:41

Президент Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе, ғәҙәттә, йылдың тәүге өс-дүрт айында була торғайны. Быйыл башҡасараҡ.

Президент Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡПрезидент Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ
Президент Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, быйыл Путин Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ: "Әлегә йыл аҙағынаса тип планлаштырғанбыҙ. Тик теүәл көнөн һуңғараҡ әйтербеҙ".

Әйткәндәй, былтыр, йәғни 2021 йылда, Владимир Владимирович Мөрәжәғәтнамәһен 21 апрелдә уҡығайны.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас