Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь , 11:39

Иғтибар: “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы башлана

Конкурс өс этапта үтә. Тәүгеһендә, 15 ноябрҙән 2023 йылдың 15 ғинуарына тиклем, район һәм ҡалаларҙа һайлап алыу турҙары уҙа.

Иғтибар: “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы башлана
Иғтибар: “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы башлана

“Төбәк этабы еңеүселәрен һәм Бөтә Рәсәй конкурсы финалистарын билдәләү февралгә тәғәйенләнгән”, – тип хәбәр итә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Конкурс номинациялары:

“Милләт әсәһе” – күп балалы әсәйҙәр араһында, шулай уҡ Ватаныбыҙҙың ысын илһөйәрҙәрен, СВО-ла ҡатнашыусыларҙы, Рәсәй геройҙарын тәрбиәләүсе әсәйҙәр ҙә асыҡланасаҡ.

”Лидер” – яҡшы ойоштороусылар, ирекмәндәр, шул иҫәптән Донбасс халҡына һәм СВО-ла ҡатнашыусылар гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙар.

”Мәҙәниәт” – милли ҡиммәттәр, Рәсәй халыҡтары традициялары мәнфәғәтенә эшләүселәр.

”Медицина эшсәне” – пандемияла һәм Донбасста эшләүсе ҡатын-ҡыҙ табиптар араһында.

”Көмөш ирекмән” – әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек алып барыусы 60 йәштән өлкән ҡатын-ҡыҙҙар араһында.

”Ғалимә”, ”Педагог” – ғилем, белем биреү өлкәһендә эшләүселәр.

”Бизнес-леди” – хәйриәлек һәм ижтимағи тормошта әүҙемлек күрһәтеүсе эшҡыуарҙар.

”Оҫта” –  халыҡ кәсептәрен таратыусылар араһында.

”Йәш лидер” – 35 йәшкә тиклемге ирекмән һәм ижтимағи эштәрҙә әүҙемлек күрһәтеүселәр араһында.

Фото: vk.com

Иғтибар: “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы башлана
Иғтибар: “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы башлана
Иғтибар: “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы башлана
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в