Салауат район-ара суды Балаҡатай районы хакимиәте башлығы урынбаҫарына ҡарата енәйәт эшен ҡарай башланы. Тикшереүгә ярашлы, вазифалы кеше 35 торлаҡ йортто файҙаланыуға тапшырыу буйынса рөхсәт биреү йәһәтенән хоҡуҡ боҙоуҙа шикләнә. Муниципаль контракттар талаптарға һәм нормаларға тура килеү-килмәүен тикшереп-нитеп тормайынса төҙөлгән. Фатирҙар етем балаларға тәғәйенләнгән булған. Республика ведомство-ара комиссия һөҙөмтәһе буйынса торлаҡ йәшәргә яраҡһыҙ тип табылған.
Әле түрә ғәйебен танымаған. "Башинформ" агентлығы яҙыуынса, быға тиклем суд уны аҡлаһа ла, прокуратура Юғары судҡа биргән һәм тикшереү эше яңынан башланған.
Фото: СКР по РБ.