Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 20:24

Өфөлә Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Баш ҡалабыҙҙа урынлашҡан Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә профессор, биология фәндәре докторы, "Башҡорт балы" брендын донъяға танытыуға ҙур өлөш индергән Әмир Ишемғоловҡа арналған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылды. Үкенескә күрә, шәхес арабыҙҙан иртә китте.  

Өфөлә Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Өфөлә Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

Әмир Ишемғолов "Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса республика ғилми-тикшеренеү үҙәге"нең генераль директоры булып эшләне, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты ла булды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетын да етәкләне. Башҡорт балын донъяға танытыуҙа уның роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. 

"Уны Башҡортостан Республикаһының баш ҡортсоһо тип йөрөттөләр. Был ысынлап та шулай ине. Мин умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге барлыҡҡа килеүгә шаһит булдым. Уға ағайым нигеҙ һалды һәм 2020 йылға тиклем етәкләне", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Әмир Миңләхмәт улының бер туған ағаһының улы, Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов.

Әмир Ишемғолов бынан ике йыл элек коронавирус инфекцияһы йоҡтороп ауырығандан һуң, йүнәлә алмай мәрхүм булды. Уны һәр саҡ ихлас, әүҙем, ярҙамсыл кеше тип белделәр һәм яҡшы һүҙҙәр менән иҫкә алалар.

Фото: vk.com

 

Өфөлә Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Өфөлә Әмир Ишемғолов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: