Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 14:35

Өфөлә ике йәшлек бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

Өфөлә 13 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тәр тирәһендә ике йәшлек бала беренсе ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшкән, тип хәбәр итә ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Өфөлә ике йәшлек бала тәҙрәнән ҡолап төшкән
Өфөлә ике йәшлек бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

Был хәл Интернациональ урамындағы 51-се йортта теркәлгән. Малай дауаханаға оҙатылған.

 

Билдәле булыуынса, фажиғә мәлендә ата-әсә өйҙә булған. Әле ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: