Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь , 10:50

Быйыл хужалыҡтар 10 млрд һумға 2590 берәмек техника һатып алған

- Төбәк ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермерҙар 2022 йылдың 10 айында 341 трактор, 140 иген һуғыу һәм 47 үҙйөрөшлө мал аҙығы әҙерләү комбайны, 51 үҙйөрөшлө һиптерткес, 740 берәмек ер эшкәртеү, сәсеү агрегаты һәм башҡа төр техника һатып алған, – тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.

Быйыл хужалыҡтар 10 млрд һумға 2590 берәмек техника һатып алған
Быйыл хужалыҡтар 10 млрд һумға 2590 берәмек техника һатып алған

– Шулай итеп быйылға билдәләнгән техника һатып алыу планы үтәләсәк тип уйлайбыҙ. Был агротехнологик сараларҙы ваҡытында үҙғарырға һәм яҡшы уңышҡа өмөт итергә мөмкинлек бирә.

Шуны айырым әйтергә кәрәк - 2,8 млрд һумлыҡ 448 берәмек техниканы «Росагролизинг»тың льготалы программаһы аша һатып алғандар.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в