Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 18:28

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәренең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәргә 865 янғын һүндереүсе, республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары әҙер, тәүлек әйләнәһенә оператив мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе 25 янғын һүндереү часы, 8 эҙләү-ҡотҡарыу отряды һәм химия-радиометрик лабораторияһы тәьмин итә. Һуңғы өс йылда ғына улар 3,5 мең кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Был турала сираттағы хөкүмәт оперативкаһында  Андрей Назаров хәбәр итте.

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәренең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге мәсьәләләре ҡаралды
Башҡортостан Хөкүмәтендә республика янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәренең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге мәсьәләләре ҡаралды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәренең әҙерлеге тураһында ентекләберәк һөйләне. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты подразделениеларында ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн 191 берәмек махсус техника, шул иҫәптән янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты, һауа мендәрендә судно, 65 янғын һүндереү машинаһы бар. Фәрит Ғүмәров һүҙҙәренсә, янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты ташҡын мәлендә, урман, техноген янғындарын һүндереүҙә үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы.

Һуңғы өс йыл эсендә янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениелары 10 меңдән ашыу осраҡҡа юлланған, шул иҫәптән авария-ҡотҡарыу эштәренә - 4517 тапҡыр барған, янғындарҙы һүндереүгә - 1821, юл-транспорт ваҡиғаларына - 690 тапҡыр, водолаздар 224 тапҡыр һыу эштәренә йәлеп ителгән. Йәмғеһе 3447 кеше ҡотҡарылған.

Быйыл Өфө районының Булгаков ауылында модулле янғын депоһы төҙөлгән, Ғафури районының Красноусол ауылында янғын-ҡотҡарыу депоһы төҙөлә. Шулай уҡ Нуриман районы Павловка һыуһаҡлағысына яңы һулыш өргәндәр: унда ҡотҡарыусылар һаны арттырылған (хәҙер 22 кеше эшләй), шәхси составты һәм техниканы урынлаштырыу өсөн модулле бина монтажлана, биләмә төҙөкләндерелә. 

Ултырыш аҙағында БР Хөкүмәте Премьер-министры фажиғәле хәл-ваҡиғалар иҫәбен кәметеү буйынса эште дауам итергә, шулай уҡ 2030 йылға тиклемге осорға иҫәпләнгән янғын һүндереү-ҡотҡарыу көстәрен үҫтереү стратегияһы сараларын һәм тәбиғәт янғындарына юл ҡуймау буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә ҡушты.

- Башҡортостан биләмәләренең 20% ашыуы ирекле янғын һағы аҫтына алынған. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа уларҙың техникаһы һыуыҡ бокстарҙа тора. Был мәсьәләне, шулай уҡ боҙоҡ техниканы ремонтлау, алыштырыу буйынса ла мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә кәрәк, - тине Премьер-министр.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: