Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь , 15:32

Башҡорт батальонына - музыка ҡоралдары

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рух күтәреү өсөн көй-моң да кәрәктер. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова социаль селтәрҙә яҙыуынса, "беҙҙең һалдаттарҙың алғы һыҙыҡта ла, тыныс торған мәлдәрҙә, хәрби дуҫтар менән йырлап алыу теләге бар".

Башҡорт батальонына - музыка ҡоралдары
Башҡорт батальонына - музыка ҡоралдары

Министр "Маэстро" позывнойлы яҡташыбыҙҙың гитара өсөн рәхмәт әйтеүен дә белдергән.

"Башҡортостан халҡына сәләм. Беҙҙең бараһы ла яҡшы, позициянан сигенмәйбеҙ", - тип яҙған яугир.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас в