Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 09:47

Балағыҙҙы тәҙрәгә яҡын ебәрмәгеҙ...

Көндәр һыуытһа ла, бәғзеләр тәҙрәләрен асыҡ тота, һаман бөжәктәргә ҡаршы сеткаларын да алмағандар. Балалар ҙа йыш ҡына тәҙрә төбөндә уйнай...

Балағыҙҙы тәҙрәгә яҡын ебәрмәгеҙ...
Балағыҙҙы тәҙрәгә яҡын ебәрмәгеҙ...

Кисә Өфөлә ике йәшлек бала өсөнсө ҡаттан ҡолап төшкән. Имен ҡалған ҡалыуын, әммә йәрәхәттәре ауыр. 

Был ваҡытта ата-әсәһе өйҙә булған. Бала асыҡ тәҙрә төбәндә уйнаған һәм москит сеткаһына таянып, түбәнгә осҡан. Әле ул дауаханала. Әйткәндәй, бала имен булмаған ғаиләнән.

Өлкәндәр! Зинһар, балағыҙға ҡарата иғтибарлы булығыҙ!



Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: