Республика Хөкүмәтенә ир-егеттәрҙән Украиналағы махсус операцияға юлланасаҡ Салауат Юлаев исемендәге халыҡ батальонына ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында алмауҙары тураһында ялыуҙар килә башлаған. Баҡтиһәң, унда хеҙмәт итергә теләүселәр күп икән.
Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Премьер-министр Андрей Назаров белдергән.
«Башҡа төбәктәрҙә кемделер саҡырыу ҡатмарлы булған осраҡтар була, тиҙәр. Беҙҙә иһә уларҙы алмаған өсөн кешеләр ризаһыҙлыҡ белдерә. Тыуған илгә хеҙмәт итергә теләүселәрҙең барыһын да аласаҡтар, тинеләр. Бында барыһын да алмайҙар», - тип билдәләне Андрей Назаров.
Ул яуаплы кешеләргә техника һатып алыу һәм был батальон яугирҙары өсөн кәрәк-яраҡтар әҙерләү менән бер рәттән ҡайһы бер үҙ ирке менән махсус операцияла ҡатнашырға теләүселәр менән ваҡыт табып, уларҙың һәр береһенең кандидатураһын айырым ҡарарға ҡушты.
Билдәле булыуынса, был батальондар Росгвардия составына инә. Шуға ла унда хеҙмәт итергә теләүселәргә һаулыҡ буйынса талаптар ҙа ҡәтғи.
Фото: