Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 12:09

Бөгөн — Бөтә донъя диабет менән көрәш көнө

Диабет менән сирләүселәр өсөн шифалы май рецебының, бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер. 

Бөгөн — Бөтә донъя диабет менән көрәш көнө
Бөгөн — Бөтә донъя диабет менән көрәш көнө

 Шәкәр диабеты  ауырыуының организмға кире йоғонтоһо күп. Шуларҙың береһе – тәндәге бәләкәй генә яра ла  тиҙ бөтәшмәй йонсота. Айырыуса аяҡты йәрәхәтләнеүҙән һаҡларға кәрәк. Бәләкәй генә йәрәхәттең төҙәлмәүе арҡаһында гангрена башланып китеүе ихтимал. 

Ошондай хәлдәргә юл ҡуймаҫ өсөн халыҡ медицинаһы тәҡдим иткән түбәндәге майҙы ҡулланып ҡарарға кәңәш итәбеҙ.

 Ике ҙур ғына кишерҙе яҡшы итеп йыуып, эре ҡырғыс аша үткәрергә. Бер стакан ҡырылған ошо кишерҙе бәләкәйерәк эмалле кәстрүлгә һалып, 1 см өҫтөнә сыҡҡансы үҫемлек майы (көнбағыш йә зәйтүн майы) ҡойорға. Ҙурыраҡ кәстрүлгә (бәләкәй кәстрүл эсенә һыйырлыҡ булһын) һыу ҡойоп ҡайнатып сығарырға һәм кишер һалынған кәстрүлде   эсенә ҡуйып, 60 градусҡа тиклем 20 минут йылытырға. Тик ҡайнатырға ярамай.  Әҙер булғас,  бер аҙ һыуытып, ике ҡат марля аша һөҙөп алырға. Әҙер майҙы таҙа банкаға ҡойоп алып, һыуытҡыста һаҡларға.

 Көн һайын ошо май менән ҡырҡылған, йәрәхәтләнгән, һыҙырылған урындарҙы майларға. Шулай уҡ  көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ ауыҙҙа һурып, эсергә лә мөмкин. 

Кемдәрҙең бөйөрөндә, бауырында, үт ҡыуығында  таш бар, уларға был майҙы эсергә ярамай.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: