Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2022, 18:30

“Атайсал – кесе Ватан”

18 ноябрҙә Асҡын район мәҙәниәт йортонда "Атайсал – кесе Ватан" төбәк муниципаль форумдары циклына старт бирелә. Беренсе муниципаль форумда Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Борай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Мишкә, Салауат һәм Тәтешле райондары халҡы ҡатнашасаҡ.

“Атайсал – кесе Ватан”
“Атайсал – кесе Ватан”

Муниципаль форум - район әүҙемдәренең, йәштәренең "Атайсал" проектында ҡатнашҡан меценаттар һәм Башҡортостан Республикаһы өсөн мөһим булған уникаль тәжрибәгә, компетенцияға эйә булған кешеләр менән осрашыу майҙансығы.

Сараны ойоштороусылар - Асҡын районы хакимиәте, "Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһы, "Мираҫ" йәштәр башланғыстарына булышлыҡ итеү фонды, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)"  ҡатнашлығында БР Мәҙәни программалар дирекцияһы, Башҡортостан Республикаһының Стратегик асыштар үҙәге, "Башҡортостан Республикаһының Йәштәр яҡташтар берлеге" ойошмаһы.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Сараның эшлекле өлөшөндә түңәрәк өҫтәлдәр, йәштәр өсөн секциялар эше, "Тамыр" телестудияһынан оҫталыҡ дәресе, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар өсөн страт-сессия һәм "Атайсал" дискуссия майҙансығы планлаштырылған.

Район мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда "Башҡортостандың аҙыҡ-түлеге - үҙебеҙ етештерәбеҙ!" тип аталған күргәҙмә, Үҙәк мәсеттә ҡорбан салыу йолаһы, ә кисен сәнғәт оҫталарының концерты ойоштороласаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: