Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2022, 14:40

Йылғала аҡҡоштар тубы тороп ҡалған

Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына аҡ аҡҡоштар ултырған.

Йылғала аҡҡоштар тубы тороп ҡалған
Йылғала аҡҡоштар тубы тороп ҡалған

Райондың Маҡар ауылында йәшәүселәр йылғала 10 ҡош йәшәүен күргән.

Улар бергә йыйыла һәм бер - береһенә туҡланыу менән ярҙам итә. Әле себештәре нығынып бөтмәгән, шуға ла өлкән ҡоштар уларҙы ҡалдырмай.

Бәлки, ҡышҡа улар нығынып өлгөрөр, шул саҡта ҡоштар йылы яҡҡа оса алыр.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: