Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2022, 12:05

“Тауис ҡойроғо”

Бик үҙенсәлекле салат был.

“Тауис ҡойроғо”
“Тауис ҡойроғо”

Икешәр баклажан, помидор, ҡыяр кәрәк. Ҡаты сыр, һарымһаҡ, майонез, зәйтүн емешен йәшелсәләргә самалап алығыҙ, тоҙҙо ла тәменсә һибегеҙ.

  1. Баклажандарҙы турап, күп кенә тоҙ һалып ярты сәғәткә ултыртып торорға. Шулай әсеһе сыға. Аҙаҡтан яҡшылап йыуырға.
  2. 3 – 4 минут самаһы ҡыҙҙырырға. Артыҡ майын киптереү өсөн таҫтамалға һалырға.
  3. Помидор һәм ҡыярҙарҙы түңәрәкләп киҫергә.
  4. Сырҙы эре ҡырғыста ҡырырға. Уға иҙелгән һарымһаҡ ҡушып, майонез һалып бутарға.
  5. Хәҙер салатты биҙәйбеҙ. Тәүҙә баклажанды павлин ҡойроғо формаһында (фотоны ҡарағыҙ) теҙергә. Уның өҫтөнә – помидор, уға сырлы массаны һәм ҡыярҙы һалырға. Ҡыяр өҫтөнә бүленгән зәйтүн емеше теҙергә.
  6. Салатты 30 – 40 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.

Матур ҙа, тәмле лә!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: