Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ноябрь 2022, 11:00

Президент Указы буйынса кемгә 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү ҡаралған?

Был хаҡта тулыраҡ сайтта уҡығыҙ. 

Президент Указы буйынса кемгә 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү ҡаралған?
Президент Указы буйынса кемгә 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү ҡаралған?

  Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған Рәсәй Федерацияһы граждандарына;

  Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә призыв буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә (Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы ҡарамағындағы хәрби һөнәри белем биреү ойошмалары, юғары хәрби белем биреү ойошмалары курсанттарының хәрби вазифаларын биләгән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән тыш);

 Рәсәй Федерацияһы башҡа граждандарына (сит ил граждандарына)

Махсус хәрби операция үткәреү осоронда Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында бер йылға һәм унан күберәк ваҡытҡа контракт төҙөгән бөтә был категориялар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү аласаҡ.

Түләү суммаһы нимәгә бәйле?

  Минималь сумма хәрби дәрәжәгә һәм биләгән хәрби вазифаға бәйле. Мобилизация буйынса саҡырылған взвод командирының эш хаҡы - 225 мең һум, батальон командирының иһә 243 мең һум тәшкил итәсәк.

  2022 йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем хеҙмәт иткәндәр 195 мең һумлыҡ минималь сумма аласаҡ. Әгәр хәрби хеҙмәткәр 31 көн түгел, ә 20 көн хеҙмәт итһә, октябрь өсөн иҫәпләнгән аҡса хеҙмәт иткән ваҡытҡа пропорциональ рәүештә кәмерәк буласаҡ.

Түләүҙәр ҡасан күсә?

  Мобилизацияланғандарға аҡса алдағы хеҙмәт иткән ай өсөн һәр айҙың 10-нан 20-һенә тиклем банк картаһына күсерелә.

  2022 йылдың ноябрендә мобилизацияланғандарға аҡсалата түләү ваҡытынан алда - 8 ноябрҙә түләнә башланы.

Мобилизацияланғандарға түләүҙәрҙең төп өлөшө, йәғни 195 мең һумдың 158 меңенә 13 процент һалым һалынмай. Ҡалған суммаға һалым иҫәпләнә.

Мобилизацияланған граждандың теләгенә ҡарап, аҡсалата түләүҙе уның ғаиләһе лә алырға мөмкин.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2022 йылдың 2 ноябрендәге «Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә контракт буйынса хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү тураһында»ғы 787-се указы https://vk.cc/cig7LI

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: