+20 °С
Болотло
13 ноябрҙә ямғыр яуыуы көтөлә, урыны менән көслө. Көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ - 1-6 градус йылы.
14 ноябрҙә бер аҙ епшек ҡар яуа, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ 3 градус һалҡындан 1 градусҡаса йылы.
Фото: Т. Аманов